+17 °С
Ясно
Яңылыҡтар
14 Июня , 11:00

Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә

Өфө күп профилле һөнәри колледжының 2-се курсында “Дизайн” специальносына уҡып йөрөгән  студенттар “Костюм дизайнында цифрлы технологиялар”  предметын үтә.  Был дәрестә улар сәнәғәт теген машиналарында эшләргә өйрәнә, уҡытыусылары етәкселегендә һөнәрҙе, тарихты һәм мәҙәни мираҫты берләштергән тәүге өлгөләрен ижад итә.

Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерәКолледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә

Өфө күп профилле һөнәри колледжының 2-се курсында “Дизайн” специальносына уҡып йөрөгән  студенттар “Костюм дизайнында цифрлы технологиялар”  предметын үтә.  Был дәрестә улар сәнәғәт теген машиналарында эшләргә өйрәнә, уҡытыусылары етәкселегендә һөнәрҙе, тарихты һәм мәҙәни мираҫты берләштергән тәүге өлгөләрен ижад итә.

Балалар хәҙерге заман туҡымалары һәм ҡорамалдары менән эш итергә өйрәнә, производствола төп урынды биләгән автоматика  менән осрашыуға әҙерләнә.

Башҡорт кейеме кейгән ҡурсаҡты эшләп ултырған студент ҡыҙ этнографик китаптарҙан орнамент-биҙәктәрҙе сәғәттәр буйы өйрәнеүе тураһында һөйләй.  Бәләкәс кенә ҡурсаҡ күлдәктәрендә лә милли биҙәктәрҙе теп-теүәл итеп бирергә кәрәк. Рус халыҡ кейемен өйрәнгән икенсе бер студент сигеүҙең ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә булыуын аңлап аптырған.

Милли кейемле ҡурсаҡ эшләү – зачет эше генә түгел. Был – Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына  беҙ индергән өлөш. Һәр йөй аша бер тарихты һөйләйбеҙ, илебеҙҙең мәҙәни төрлөлөгөн күрһәтәбеҙ һәм сәнғәтте тере тарих менән бәйләйбеҙ, – ти студенттар.

Студенттарҙың яңы белемдәрҙе үҙләштереүе “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә бара.

Сығанаҡ: БР Мәғариф министрлығы.

Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Колледж уҡыусылары заманса ҡорамалдарҙы үҙләштерә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас