

23–27 июндә Өфөлә үтәсәк III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында илдең 80 төбәгенән 1100 бала – 78 ижади коллектив һәм 8 солист – ҡатнашасаҡ. Улар – 10 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр.
Башҡортостан исеменән 3 ижади коллектив һәм 2 солист сығыш яһаясаҡ.
Уларҙың береһе – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының Әҙһәм Исҡужин исемендәге Өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (Өфө).
Төркөмдөң тыуған йылы – 2004 йыл. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әнүәр Шафиҡов ойоштора. Төркөмгә 1961–1996 йылдарҙа ошо гимназияла эшләгән һәм бик күп баланы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән данлы педагог Әҙһәм Исҡужиндың исеме бирелә. Шафиҡов үҙе лә 1-се гимназияны тамамлаған һәм заманында Әҙһәм Исҡужиндан ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән.
Әле ансамблгә БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбле артисы Вәсил Баймырҙин етәкселек итә. Коллектив төрлө концерттарҙа сығыш яһай, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша һәм алдынғы урындар яулай.
Коллективта 22 уҡыусы шөғөлләнә. Төп составты 11 кеше тәшкил итә.
ФОТО: БР Республика халыҡ ижады үҙәге / матбуғат хеҙмәте.