

Күптәр банк картаһын йә банктағы иҫәбен ҡулланырға биреп тороуҙы еңел генә аҡса эшләү юлы тип күрә. Нисек яңылыша улар! Банк картаһын һатып, аҡса эшләйем тиһәң, бик ауыр хәлгә юлығыуың бар.
Кеше картаһын йә иҫәп реквизиттарын уғрылар енәйәт маҡсатында ҡуллана. Ә картаң йә иҫәбең енәйәттә ҡатнашһа, тимәк, һин дә енәйәтсе. Дропперлыҡ енәйәт тип баһалана.
Енәйәтселәр төрмәгә ултыртыла. Юҡтан ғына шулай яҙмышыңды боҙоуың бар. Персональ бирелмәләреңде һаҡла, банк картаңды берәүгә лә тотторма, банк иҫәптәреңә йә онлайн-банкка инергә рөхсәт итмә.
Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының ышаныс телефоны: +7 (347) 273-73-72.

