+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
15 Июня , 10:50

“Патриот” үҙәгендә йәш армиясыларҙың “Гвардеец” округ йыйыны бара

14–20 июндә Башҡортостанда Волга буйы федераль округының “Гвардеец” төбәк йәш армиясылар хәрби-патриотик йыйыны үтә. Унда республика ҡала-райондарынан 63 үҫмер ҡатнаша.

“Патриот” үҙәгендә йәш армиясыларҙың “Гвардеец” округ йыйыны бара“Патриот” үҙәгендә йәш армиясыларҙың “Гвардеец” округ йыйыны бара
“Патриот” үҙәгендә йәш армиясыларҙың “Гвардеец” округ йыйыны бара

14–20 июндә Башҡортостанда Волга буйы федераль округының “Гвардеец” төбәк йәш армиясылар хәрби-патриотик йыйыны үтә. Унда республика ҡала-райондарынан 63 үҫмер ҡатнаша.

Йыйын Максим Серафимов исемендәге “Патриот” үҙәгендә бара. Егеттәр хәрби-ҡулланма һәм спорт һынауҙары, Ватан тарихы буйынса викториналар, ижади конкурстар үтә. Шарттар армия тормошона яҡын.

“Йәш армиясыларҙың “Гвардеец”  хәрби-патриотик йыйыны – ябай хәрби-патриотик йыйын ғына түгел, был – характерҙы сыныҡтыра, яуаплылыҡ һәм Ватанға тоғролоҡ тәрбиәләй торған урын”, – тине республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин һәм ҡатнашыусыларға ныҡлыҡ, сағыу еңеүҙәр һәм тик алға барыуҙарын теләне.

Төбәк этабы һөҙөмтәһендә иң яҡшы 20 үҫмер һайлап алынып, улар республика йыйылма командаһына инәсәк һәм округ этабында ҡатнашасаҡ. Округ этабы 2026 йылдың авгусында Пенза ҡалаһында үтәсәк.

Сығанаҡ: Башинформ.

Фото: БР Мәғариы министрлығы / матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас