

Быйыл Өфөләге “Уралсиб” банкы башына оялаған сапсан ыласыны йомортҡаларынан өс бала ҡош сыҡҡайны. Ҡошсоҡтар үҫеп килә. Орнитологтар уларҙы алып, ҡарап, үлсәп, ҡулсалап, яңынан ояларына мендереп ҡуйған.
Ыласын балаларына исем ҡушылған. Инә ҡошсоҡтарға – Умай менән Алтынай, ата ҡошсоҡҡа Толпар тигән ҡушамат биргәндәр.
Ҡулсаларға уларҙың шәхси һаны яҙылған. Ҡулсалар ярҙамында белгестәр уларҙы артабан даими күҙәтеү аҫтында тота, миграция юлдарын белә аласаҡтар, тип яҙа “Ҙур секрет”.