+18 °С
Ясно
Яңылыҡтар
16 Июня , 08:27

Өфөлә V медиайыйын бара

Өфөлә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиайыйыны бара. Ул “Барыһы ла еңеү өсөн!” тип атала.

Өфөлә V медиайыйын бараӨфөлә V медиайыйын бара
Өфөлә V медиайыйын бара

Өфөлә Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиайыйыны бара. Ул “Барыһы ла еңеү өсөн!” тип атала.

 

Форумға  медиатармаҡтан 300-ләп вәкил йыйылды.  Республика һәм район-ҡалалар баҫмалары етәкселәре һәм журналистары, хәрби хәбәрселәр, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге эксперттары бар улар араһында.

Баш һүҙ менән Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев сығыш яһаны. Ул тармаҡта 2500-ләп кеше эшләүен билдәләне. Радио, телевидение, мәғлүмәт агентлыҡтары,  гәзит-журналдар  хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа ышаныслы мәғлүмәтте ваҡытында еткереү менән мәшғүл.

Ҡасандыр кешелек ҡағыҙға баҫылған менән генә мөрхәтһенә. Шунан – радио, телевидение, унан интернет барлыҡҡа килә. Хәҙер инде мәғлүмәткә һыуһау юҡ. Мәғлүмәт сығанаҡтары иҫ киткес күп, яһалма аң ҡулланып эшләнгән һәм дөрөҫлөгө тикшерелмәгән контент бик күп.

Беҙҙең баҫмалар һәм сайттар, беҙҙең радио-телевидение, социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләребеҙ уҡыусыға тикшерелгән һәм дөрөҫлөккә тап килгән мәғлүмәт таратыу маҡсатына хеҙмәт итә.

Фото: Валерий Шахов / Башинформ.

Өфөлә V медиайыйын бара
Өфөлә V медиайыйын бара
Өфөлә V медиайыйын бара
Өфөлә V медиайыйын бара
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас