

Салауат районында кисә ял көнө “Салауат йыйыны” фольклор байрамы булды. Ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл тулыуға арналды.
“Быуаттар дауамында халыҡтар берҙәмлеге” тигән киң ҡоласлы тамаша күрһәтелде. Унда 240 кеше – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр артистар, уҡыусылар һәм студенттар – ҡатнашты.
Бар халыҡты байрам менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Салауат районы халҡының яҡташы Рөстәм Моратов ҡотланы.
Малаяҙ ауылы башҡорт гимназияһының рәсем уҡытыусыһы Тайфур Абдуллин төшөргән портреттар байрамдың күренекле өлөштәренең береһе булды. Тайфур Алмаз улы фотолар буйынса МХО-ла һәләк булған яҡташтарының һүрәттәрен төшөргән.
Кесе сәхнәлә “Әйлеләр” халыҡ сәсәндәре мәктәбе оҫталары тамашасыларҙы һүҙ ярышына йыйҙы.
Ҙур байрам сағыу концерт менән тамамланды. Күп сығыштар халыҡтар берҙәмлегенә арналды.
Сығанаҡ: Башинформ.