+18 °С
Ясно
Яңылыҡтар
16 Июня , 09:30

V “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Радий Хәбиров килде

V “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны һәм республика мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә сифатлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

V “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Радий Хәбиров килдеV “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Радий Хәбиров килде
V “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Радий Хәбиров килде

V “Барыһы ла еңеү өсөн!” медиайыйынына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде. Ул форумдың пленар ултырышында сығыш яһаны һәм республика мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә сифатлы хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ултырыш башланырҙан элек Радий Хәбиров күргәҙмәләрҙе ҡараны.

Республика баҫмаларында оҙаҡ йылдар эшләгән фоторәссам, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәйеф Баҙыҡов “Ваҡытты аулаусы” тигән фотокүргәҙмәһен  үҙенең 80 йәшенә арнаған. Ул күргәҙмәгә үткән быуаттың 80-се йылдарынан башлап республика райондарына иҫәпһеҙ-һанһыҙ командировкаларҙа төшөрөп алған фотоларын ҡуйған. Рәйеф Баҙыҡов оҙаҡ йылдар “Советская Башкирия” / “Республика Башкортостан” гәзитендә фотохәбәрсе булды.

“Тамыр” балалар телеканалының стенды эргәһендә Радий Фәрит улы “Ат уйнатып” хәрби-патриотик уйынын уйнап алды. Шунан ул йәш журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафетдинов быйыл БСТ телеканалына  25 йыл тулыуы һәм уның Рәсәйҙә иң яҡшы төбәк телеканалы булыуы тураһында һөйләне.

БСТ-ның шәп профессионалдары телетамашасыға яңылыҡтар сығарылыштары, документаль фильмдар, телесериалдар, фильм-әкиәттәр, ҙур күләмле музыкаль тапшырыуҙар, хәйриә проекттарын тәҡдим итә. Башҡортостан спутник телевидениеһы командаһының төрлө кимәл конкурстарҙа юғары урындар һәм премиялар яулауы  уларҙың профессиональ оҫталығын раҫлай.

Башҡортостан Башлығына “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы тураһында генераль директор Рауил Зарипов һәм баш мөхәррир Руслан Шәрәфетдинов һөйләне. “Башинформ” күп йлдар буйы республикала иң йыш цитаталанған баҫма булып тора. Быйыл ул 30 йыллығын билдәләй. Мәғлүмәт агентлығы цифрлы технологияларҙы индереүгә ҙур иғтибар бирә. Радий Хәбировты  агентлыҡтың цифрлы мәғлүмәт ярҙамсыһы менән таныштырҙылар. Республика етәксеһе “Башинформ”дың баш мөхәррире аватары биргән һорауҙарға яуап бирҙе.

“Спутник ФМ” радиостанцияһының баш мөхәррире Роза Төхбәтова республика Башлығына Башҡортостанда иң популярҙарҙың береһе булған радиостанция  тураһында һөйләне.

БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев республикала алты телдә 146 гәзит-журнал сығыуы тураһында хәбәр итте. Уларҙы төбәктең иң эре медиахолдингы булған “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто нәшер итә.

Радий Хәбиров “Ватандаш” һәм “Аҡбуҙат” журналдары экспозициялары эргәһендә туҡталды. Был баҫмалар быйыл 35 йыллығын билдәләй. Етәксе республика гәзиттәренең архив баҫмаларын ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны.

“Китап” нәшриәте стендында Радий Хәбиров яңы китаптарға, шул иҫәптән “Сила в единстве” тигән яңы китапҡа иғтибар итте. Рәсәй халыҡтары фольклорын берләштергән был ҙур төбәк-ара проектта илдең 24 төбәге нәшриәттәре ҡатнашҡан.

Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас