+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
17 Июня , 08:21

Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!

Азалия Ғәйетбаева Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта уҡый.  Ул бейергә ярата. Гимназиялағы “Байлыҡ” ансамблендә шөғөлләнә. Коллективҡа Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Илүзә Ноғоманова етәкселек итә.

Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!

Азалия Ғәйетбаева Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта уҡый.  Ул бейергә ярата. Гимназиялағы “Байлыҡ” ансамблендә шөғөлләнә. Коллективҡа Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Илүзә Ноғоманова етәкселек итә.

Талантлы, тырыш  ҡыҙ Азалия яңыраҡ Мәскәүҙә “Берега надежды” тигән Икенсе халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡан һәм 13–15 йәшлектәр төркөмөндә  “Хореография” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреатлыҡ яулаған. Азалия “Бәхет ҡошо” тигән бейеүҙе башҡарған.

Быға тиклем йәш бейеүсе “Башҡорт осрашыуҙары” тигән Өсөнсө халыҡ-ара конкурста “Хореография” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреат булғайны.

Азалия Ғәйетбаеваның уңыштарына, әлбиттә, уның етәксеһе Илүзә Ҡаһарман ҡыҙы ҙур өлөш индергән. Азалияның еңеүҙәре – уҡытыусыһының да ҡаҙаныштары ул. Афарин!

Социаль селтәрҙәрҙә Азалия Ғәйетбаева – Сибай ҡыҙы тип яҙалар. Яҡташтары ла йәш бейеүсе менән ғорурланалыр.

Фото: Ғ. Әлмөхәмәтов ис. РГИ.

Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас