+24 °С
Облачно
Яңылыҡтар
17 Июня , 06:43

Балалар фольклориадаһында “Ай Йола” концерт ҡуясаҡ

25 июндә Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының сағыу бер ваҡиғаһынан мәхрүм ҡала күрмәгеҙ.  Совет майҙанында 21  сәғәттә “Ай Йола”  төркөмө сығыш яһаясаҡ!

Балалар фольклориадаһында “Ай Йола” концерт ҡуясаҡБалалар фольклориадаһында “Ай Йола” концерт ҡуясаҡ
Балалар фольклориадаһында “Ай Йола” концерт ҡуясаҡ

25 июндә Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының сағыу бер ваҡиғаһынан мәхрүм ҡала күрмәгеҙ.  Совет майҙанында 21  сәғәттә “Ай Йола”  төркөмө сығыш яһаясаҡ!

«Урал батыр» эпосынан рухланып ижад иткән музыканттарыбыҙ халыҡ-ара майҙанда киң танылыу алды.  “Һомай” трегы коллективтың иң танылған йырына әйләнде. “Һомай”ҙы миллиондарса тапҡыр тыңлайҙар, стриминг чаттарында ул юғары урындар ала.

“Урал батыр” альбомын бөтә майҙансыҡтарҙа тыңлауҙар һаны 3 миллиардтан ашып киткән. Төркөмдөң клиптары миллиондарса тапҡыр ҡарала. Йырҙары Рәсәй һәм сит илдәр радиостанциялары аша яңғырай.

"Беҙ ата-бабалар традицияларын заманса музыкаль стилдәр менән берләштерәбеҙ, боронғо тарихтарҙы йәнләндергән уникаль шоу хасил итәбеҙ. Һәр йыр – бөйөк риүәйәттең яңы форматта яңғыратылған бүлеге. Ауыҙ-тел ижады йолаларынан илһамланып, беҙ уларға көслө электрон ритмдар, тере гитара партияларын һәм башҡорт музыка ҡоралдарының аһәңле тауыштарын өҫтәйбеҙ. Беҙ – үткән һәм хәҙерге араһында мәңгелек тарихтарҙы яңыса яңғырата торған күпер”, –  тип яҙа артистар үҙҙәренең рәсми төркөмөндә.

#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026

#ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас