

Өфөлә үтәсәк III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының гимны барлыҡҡа килде. Уның һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ольга Мусина, көйөн Башҡортостандың атҡанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов яҙған.
Ришат Сәғитов әйтеүенсә, авторҙар гимнда Башҡортостан баш ҡалаһы Өфө, Салауат Юлаев образы, форум, илһөйәрлек, халыҡтарҙың һәм балаларҙың берҙәмлеге, байрам рухы темаларын сағылдырырға ҡарар итә.
Композиторҙы Бөрйәнгә сәйәхәт илһамландырған:
“Был музыкала бөтәһе лә сағыла – рух, шиғрилыҡ һәм республикабыҙ, уның күркәмлеге өсөн шатлыҡ. Мине мәшһүр сараға өлөш индереү мөмкинлеге рухландырҙы”.
Ольга Мусина ла республика өсөн ғорурлыҡтан илһам таба.
“Текст өҫтөндә эшләгәндә бер нисә вариант булды – халыҡсан стилдә һәм рәсми төҫтәрәк. Гимндағы һәр һүҙҙе ентекләп тикшерҙек. Һалынған төп мәғәнә – берҙәмлеккә саҡырыу. Фольклориада, мәҙәниәттәрҙең төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтеү өсөн булдырылған бит. Ә был мәҙәниәттәрҙе сағылдырған сәнғәт теле универсаль һәм бөтәһенә лә аңлайышлы”, – ти Ольга Мусина.
Гимнды 14-се Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары хоры башҡарған. Әле студияла уны яҙҙырыу бара.
Фото 1: Валерий Шахов / Башинформ.
Фото 2, 3: Ришат Сәғитов (уның шәхси архивынан); Ольга Мусина (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры матбуғат хеҙмәтенән).
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура #ГРДНТ #ГодединстванародовРоссии