

“Родина” кинотеатрында “Дримлины на страже снов” тигән анимацион йәнһүрәттең премьераһы булды. Йәнһүрәттең режиссеры – Эдуард Сәйетбатталов, уны төшөрөүҙә Өфө рәссамдары, актерҙары, ижади вуздарыбыҙ студенттары ҡатнашҡан.
Затлы заттар һаналған Дримлиндар тылсымлы Төштәр Урманында балаларҙың төштәре, хыялдары Ағасын һаҡлай. Дримлиндарға Инсомниялар ҡаршы тора. Ҡараңғы батшалыҡ заттары булған Инсомниялар, балаларҙың төштәренә үтеп инеп, уларҙы ҡурҡытырға маташа. Төштәр Феяһы хәүеф янауы тураһында Дримлиндар аҡһаҡалын иҫкәртә.
Йәнһүрәтте Евразия фән һәм белем биреү үҙәгендә эшләүсе ArtWall анимация үҙәгендә төшөрәләр. Студия етәксеһе – Дамир Мөхәмәтйәнов. “Дримлиндар”ға музыканы композитор Урал Иҙелбаев яҙа. Фильмдың финалындағы йырҙы Диләрә Иҙелбаева менән “Дельфин” төркөмө башҡара. Персонаждарҙы Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары һәм Өфө сәнғәт институты студенттары тауышландыра.
Йәнһүрәттең сюжеты балаларға ла, ололарға ла ҡыҙыҡлы.
Проект концепцияһы авторҙарының береһе, Дримлиндар донъяһын ижад итеүсе – Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның художество-графика студенты Влада Зәйнәғетдинова .
Фильмды төшөрөүҙә Башҡортостан белгестәре генә ҡатнашҡан, ситтән бер кемде лә йәлеп итмәгәндәр.
Фотоларҙа: йәнһүрәттең стоп-кадры; проектта ҡатнашҡан БДПУ студенттары (Влада – уңда).
Сығанаҡ: “Молодежная газета”.