

Силәбе ҡалаһында 18 йәшкә тиклемге спортсылар еңел атлетика буйынса Рәсәй беренселегендә көс һынашты. 3000 метр араға финал бәйгеһе төп ярыштарҙың береһе булды. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған етеҙ йүгеректәр араһында беҙҙең Әминә Шәғәлиева беренселекте яуланы!
Әминә Шәғәлиева – Белорет ҡалаһы Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, уға 15 йәш. Ярышта күрһәткән ваҡыты Әминәгә спорт мастерлығына кандидатлыҡ нормаһын (КМС) үтәү шартына яуап бирҙе. Йәш спортсының тренеры – билдәле спортсы Лилия Шобухова.
“Хистәр тулыша, беренсе булыуыма әле һаман ышана алмайым. Был йүгереү бик ауыр булды, ярышташтар бик көслө, ләкин бөтә көсөмә тырышырға тейеш инем. КМС үтәү – шәп бонус, дөрөҫ юлда икәнемә ышанысымды нығыта. Тренерыма һәм миңә таяныс булған бөтә командама ҙур рәхмәт”, – ти Әминә Шәғәлиева.
Рәсәй беренселегендәге еңеү уға халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн илдең юниор йыйылма командаһына инеүгә юл аса.
Силәбеләге ярыш “Физик культураны һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы үтте.
Сығанаҡ: Белорет район хакимиәте.