

Фестиваль open-air концерт форматында үтәсәк. Ул заманса музыка, йәнле аралашыу, мәҙәни йоғонто аша башҡорт телен яратырға өйрәтәсәк.
Башҡорт теле – милли мираҫ ҡына түгел, ә заманса ҡала урамдарында аралаша торған тел дә бит ул!
“Мин башҡортса һөйләшәм” фестивале 18 сәғәттә башлана, биш сәғәт барасаҡ. Инеү түләүһеҙ (6+).