

Башҡортостан Милли музейында бөтә донъяны берләштергән биҙәүесте күрһәтәләр. Һүҙ — төрлө илдәрҙең тәңкәләре тегеп биҙәлгән башҡорт күкрәксәһе тураһында.
Уның тәңкәләрен Өфөгә 2021 йылда VI Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашыусылар алып килгәйне. Күкрәксә – ябай экспонат ҡына түгел, ә халыҡтарҙың берҙәмлеге символы ла ул.
Башҡорт күкрәксәһе — «CIOFF® VI Бөтә донъя Фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһенең бер өлөшө генә. Бай күргәҙмә 24 июндә, III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы башланған көндә, асыла.
Традициялар тере, һәм улар быуындан-быуынға тапшырыла.
Ҡунаҡтар тағы нимәләр күрәсәк?
Ҡатнашыусы илдәрҙән иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар
Ойоштороусыларҙың экипировка элементтары
«Фольклор олимпиадаһы»ның сағыу мәлдәрен эләктереп алған фотоһүрәттәр
2021 йылда ҡуйылған донъя рекордтарының сертификаттары: дуҫлыҡ әйлән-бәйләне 57 илдән 71 милләт вәкилен йыйғайны.
Күргәҙмә БР Милли музейында 24 июндән 6 сентябргә тиклем эшләй.
Башҡортостандың йөрәгендә бар донъяны туплаған мираҫты күреп ҡалығыҙ!
Фото: БР Милли музейы / матбуғат хеҙмәте.