

“Росатом” етенсе тапҡыр Арктикаға экспедиция ойоштора. “Белемдәр боҙватҡысы”на эләгер өсөн конкурстар үтергә кәрәк. Унда Рәсәй төбәктәренән 14–16 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша.
Быйыл проекттың төрлө этаптарында Рәсәйҙең 73 меңләп уҡыусыһы, колледж һәм техникум студенты ҡатнашҡан. Ярым финалға 96 кеше сыҡҡан. Башҡортостандан икәү эләккән: Өфөнән Мәҙинә Мусина, Кушнарендан Илшат Зәйнетдинов. Хәҙер уларҙы июль аҙағында финал ярышы көтә.
Финалда еңеүселәр быйыл августа “50 лет Победы” атом боҙватҡысында Арктикаға юлланасаҡ.
Ошо уҡ экспедицияға Стәрлетамаҡтың 11-се мәктәбе завучы Артем Инчин да бара. Ул 2025 йылғы “Атомный урок” ағартыу конкурсында еңгәйне.