

Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡунаҡтары Өфө парктарында баҫтырыш, һәпәләк уйнап мәж киләсәк. Төрлө башҡорт уйындары уйнатасаҡтар парктарҙа.
25 июндә фестиваль программаһы ҡаланың парк-баҡсаларына сыға.
Беҙҙе нимәләр көтә?
Йәнле музыка — бөтә Рәсәйҙән йыйылған коллективтар халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап, халыҡ йырҙарын башҡарасаҡ.
Оҫталыҡ дәрестәре – сигергә, ағас ырып һүрәт төшөрөргә, ҡурсаҡ яһарға өйрәнәбеҙ.
Ата-балалар уйындары — «Аҡ тирәк», «Биш ашыҡ», баҫтырыш, һәпәләк уйнайбыҙ. Йәнә флешмоб үткәрәбеҙ!
Ҡасан? Был күңелле саралар бөтәһе лә 25 июндә, 11– 17 сәғәттәрҙә була.
Ҡайҙа? «Тулҡын» паркы «Дим» паркы «Беренсе Май» паркы Иван Якутов исемендәге парк.
Ә кис көнө – концерт!
18:00 — Совет майҙанында концерт. Инеү түләүһеҙ!
Фото: В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура