

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 23-сө күп профилле полилингваль мәктәбенең 8-се полиция синыфында уҡыған ике уҡыусы үҫмер 25 майҙың кисендә Машина эшләүселәр урамы буйлап китеп барғанда бер йортта шикле төтөн сыҡҡанын күреп ҡала. Күп фатирлы бер ҡатлы йорт яна ла баһа, ә ундағы кешеләр бер ни һиҙмәй-белмәй!
Радмир Дәүләтшин менән Денис Артемьев янғын һүндереүселәрҙе саҡыра, йорттоң ҡапҡаһын шаҡылдата. Кешеләр сыға башлай. Денис менән Радмир фатирҙарҙан өлкән йәштәгеләрҙе сығарыша, күп балалы ғаилә йәшәгән фатирҙағыларҙы уяталар.
Янғын һә тигәнсе йортто ялмап ала, егеттәрҙың етеҙлеге, тәүәккәл эш итеүе арҡаһында йорттағылар бөтәһе лә урамға сығып өлгөрә. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә ҡыйыҡ яна, биш фатирға ут төшә, өй эргәһендә торған еңел машина яна. Радмир менән Денис битараф ҡына үтеп китһә, ҡаза былар менән генә сикләнер инеме икән!
Полиция синыфында уҡыған йәш геройҙар ҡатмарлы мәлдә юғалып ҡалмай, мәктәптә алған белемдәре, үҙҙәренең тәүәккәллеге, ҡыйыулығы арҡаһында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дөрөҫ эш итә.
Денис Артемьев менән Радмир Дәүләтшин мәктәптә лә тырышып уҡый, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Улар – “Еңеү Парады” акцияһы һәм ирекмәнлек хәрәкәте ҡатнашыусылары.
Денистың атаһы Владислав Артемьев – Эске эштәр министрлығы ветераны, полицияла 22 йыл эшләгән, Стәрлетамаҡ полиция идаралығы дежур бүлеге начальнигы вазифаһында пенсияға сыҡҡан. Атаһы Денисҡа өлгө, әлбиттә.
Тиҙҙән йәш батырҙар наградаға тәҡдим ителәсәк.
Фотола – Денис менән Радмир янған йорт эргәһендә.
Фото: БР буйынса ЭЭМ / МАКС.