

24 июндә Өфөлә Өсөнсө Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асҡанда Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Марина Девятова сығыш яһаясаҡ.
Марина Девятова — халыҡ йырҙарын һәм романстарын башҡарыусы, донъя илдәрендә рус мәҙәниәте илсеһе, күп һанлы халыҡ-ара фестивалдәр һәм конкурстар, шул иҫәптән «Славянский Базар» менән «Народный артист» проекттарының лауреаты. Сәхнәгә сыҡҡан һайын ул ҡәҙимге кисте мөхәббәт, сағыу буяуҙар, изгелек тулы байрамға әйләндерә.
Фольклориаданы асыу тантанаһы Совет майҙанында 18 сәғәттә башлана (0+).
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура