

III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында тәүге тапҡыр дуҫлыҡ һәм берҙәмлек гимны яңғыраясаҡ. Өфөлә үтәсәк мәҙәниәт һәм традициялар байрамының тарихы нәҡ шунан башланасаҡ.
Гимнды 200-ҙән ашыу бала башҡара — халыҡ-ара конкурстар һәм фестивалдәрҙең йәш лауреаты Екатерина Тойгильдина, «Ассоль» өлгөлө вокаль-хореографик студияһы, «Чудетство» балалар эстрада йыры театры һәм Фольклориадала ҡатнашыусылар. Музыканы Ришат Сәғитов, һүҙҙәрен Ольга Мусина яҙған.
Шунан сәхнә йәнле һүрәткә әүерелгәндәй буласаҡ: Башҡортостандың төп ансамблдәре күп милләтле илебеҙҙең бар байлығын һәм матурлығын кәүҙәләндерәсәк. Ҡеүәтле вокаль-хореографик постановкала 700 артист ҡатнашасаҡ.
Өфөнөң Совет майҙанында осрашҡанға тиклем, дуҫтар! 24 июндә 18 сәғәттә башлайбыҙ.
Фото: «Культурный мир Башкортостана»
Текст: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матубғат хеҙмәте.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура