+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Июнь , 07:34

Бөгөн 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың 22 июнендә фашистар Советтар Союзына һөжүм итә. Улар һуғыш иғлан итеп тә тормай, көтмәгәндә сик аша баҫып инә. Иртәнге 3-тә тәүге бомбалар  Севастополь ҡалаһына, 15 минуттан Брест ҡәлғәһенә яуа башлай. Был көндө Минск, Киев, Рига, Вильнюс, Гродно ҡалалары бомбаға тотола. Ошо көндө генә лә 16 меңдән ашыу совет кешеһе һәләк ителә.

Бөгөн 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөБөгөн 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө
Бөгөн 22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың 22 июнендә фашистар Советтар Союзына һөжүм итә. Улар һуғыш иғлан итеп тә тормай, көтмәгәндә сик аша баҫып инә. Иртәнге 3-тә тәүге бомбалар Севастополь ҡалаһына, 15 минуттан Брест ҡәлғәһенә яуа башлай. Был көндө Минск, Киев, Рига, Вильнюс, Гродно ҡалалары бомбаға тотола. Ошо көндө генә лә 16 меңдән ашыу совет кешеһе һәләк ителә.

Нацист Германияһы башлаған һуғышҡа уның ярандары – Италия, Румыния, Словакия, Финляндия, Венгрия ҡушыла. Немец ғәскәрҙәре составында Испания, Албания, Бельгия, Болгария, Дания, Голландия, Норвегия, Хорватия һәм башҡа Европа илдәре һалдаттары ла һуғыша.

Улар бөтәһе лә СССР-ҙы еңергә, халҡын ҡырырға һәм илде таларға хыяллана. 

Бына шундай ташҡын кеүек ябырылған көскә ҡаршы тора совет халҡы. Аяуһыҙ һуғышта миллиондарса  һалдаттар, миллиондарса  тыныс халыҡ һәләк була. Совет илен оккупациялаған йылдар эсендә дошман 1 710 совет ҡалаһын яндыра һәм юҡ итә. Нацистарҙың һуғышҡа тиклем үк төҙөгән планы мөмкин тиклем күберәк халыҡты ҡырыуҙы күҙҙә тота бит.  

Совет кешеләре яуҙа ла, тылда ла иҫ киткес ныҡлыҡ, ҡаһарманлыҡ, фиҙакәрлек күрһәтә. Бик күп юғалтыуҙар аша яулана бөйөк Еңеү. Шуның өсөн дә ул беҙгә бигерәк тә ҡәҙерле. Еңеү  яулаған ата-бабаларыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас