

III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы тамашаларында Саха (Яҡут) Республикаһынан «Дьүрүл» хомуссылар ансамбленең «Күөрэгэй» балалар төркөмө ҡатнашасаҡ. Балалар яҡуттарҙың куерэгэйдэтии — «һабантурғай», хаастатыы – «ҡаҙҙар», кэгэлэтии – «кәкүк» кеүек уникаль техникаларына эйә.
Яҡуттар хомусты тайганың устағы тауышы тип атай. Ул шыбырлай, йылға кеүек сылтырай, ел кеүек һыҙғыра, туң ерҙән елгән аттың тояғы кеүек тыҡылдай белә.
Хомус – донъялағы иң боронғо музыка ҡоралдарының береһе. Уның барлыҡҡа килеүенә 5 мең йылдан ашыу, тиҙәр.
Яҡут ансамбленең етәксеһе – билдәле хомус оҫталары Вера Николаевна менән Галина Михайловна.
Хомус – башҡорт ҡумыҙының туғаны. Беҙҙең мәҙәниәттәрҙә уртаҡлыҡтар әҙ түгел.
Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

