

Бер кис эсендә өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Рәсәйҙең 40-лап милләтенең фольклор мираҫын күрә аласаҡ.
25 июндә 18:00 Совет майҙанында концерт программаһы менән III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары сығыш яһай. Һәр кемдең милли кейемдәр, йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, халыҡ музыка ҡоралдары, йыр-бейеүҙәрҙең таң ҡалдырғыс энергетикаһына сумыу мөмкинлеге буласаҡ.
Ҡайҙа: Совет майҙанында.
Ҡасан: 25 июнь 18:00 (0+).
Фото: Рәмил Нафиҡов.
Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура