

“Артек” ҡына түгел, Ҡырымдағы башҡа балалар лагерҙары ла эшен туҡтата, тип хәбәр итә Ҡырым башлығы Сергей Аксенов. Сикләү 22 июндән 1 сентябргә тиклем ғәмәлдә була. Сара балаларҙың хәүефһеҙлеге маҡсатында индерелә.
“Әле балаларҙы “Артек”тан йәшәгән урындарына ҡайтарыу ойошторолдо һәм планлы тормошҡа ашырыла. Оҙатыусыларҙы юл буйынса махсус хеҙмәттәр координациялай. Ҡайтыу юлында балаларҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлылығын тәьмин итеү өсөн бөтә саралар күрелә. “Алые паруса” Бөтә Рәсәй балалар үҙәге балаларҙы ҡабул итеүҙе туҡтатты”, – тиелә РФ Мәғариф министрлығының рәсми белдереүендә.
Ҡырым ялынан мәхрүм ҡалған балаларға Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә альтернатив варианттар тәҡдим ителәсәк.
Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, “Артек” халыҡ-ара үҙәгендәге беҙҙең балаларҙың хәле контролдә тотола.
“Мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн оператив штаб төҙөлдө. Ата-әсәләргә бөтә мәғлүмәт туранан-тура хәбәр ителә. Балалар әлегә лагерҙа. Ҡырым Республикаһы башлығы указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы балаларҙы лагерҙан йәшәгән ерҙәренә алып ҡайтыу мәсьәләһе хәл итә”, – ти Илдар Мәүлетбирҙин һәм рәсми сығанаҡтарға ғына ышанырға саҡыра.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.