

«Tsirgukõsõ» («Ҡошсоҡтар») ансамбле Псков өлкәһендә йәшәгән аҙ һанлы сето халҡының мәҙәниәтен һаҡлай. Сето — фин-уғыр халҡы, борондан Псков өлкәһенең Печора районында йәшәй. Уларҙың «Леело» тигән уникаль йыр мираҫы 2009 йылда ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә индерелә. 2020 йылғы йәниҫәп буйынса, Рәсәйҙә ни бары 234 сето йәшәй.
«Tsirgukõsõ» балалар этнографик ансамбле 2003 йылда ойошторола. «Ҡошсоҡтар» фольклор экспедицияларына сыға, үткән быуаттың архив яҙмалары менән эш итә, сето телен (тулы яҙмаһы юҡ), бейеүҙәрен, йолаларын өйрәнә, сето вәкилдәренән йырҙар яҙҙырып ала. «Ҡошсоҡтар» башҡарған һәр йыр һәм бейеү — үткәндәрҙе һәм бөгөнгөнө тоташтырыусы күпер ул.
Фото: Андрей Кокшаров.
Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

