

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге “Өфө” халыҡ-ара аэропорты һәм тимер юл вокзалы иртә таңдан Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә. Беҙҙекеләр республика ҡунаҡтарын йола буйынса башҡорт бейеүҙәрен бейеп һәм халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап сәләмләйҙәр. Килеүселәр шунда уҡ үҙ музыкаль сәләмдәрен башҡара.
Халыҡ традицияларын һаҡлаусы балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр Рәсәйҙең иң күп милләттәр йәшәгән ҡалаһына – Өфөгә йыйыла. Улар мәҙәниәттәр гөлләмәһен күрһәтәсәк.
Фестивалдең төп урыны – Совет майҙаны, 24–26 июнь.
Фото: Фируза Кәлмәтова.
Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

