

23 июнь «Торатау» конгресс-холында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы буйынса матбуғат конференцияһы уҙҙы.
В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова билдәләүенсә, Башҡортостан һәр ваҡыт ҙур фестивалдәрҙе юғары кимәлдә ҡабул итә:
– Барлыҡ ҡатнашыусыларҙың йөрәгендә Башҡортостан тураһында яҡшы тәьҫораттар ҡаласаҡ. Төбәк башлығы Радий Фәрит улына ярҙам күрһәткәне өсөн бик рәхмәтлебеҙ.
Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов ҙур күләмле сараны беҙҙең республикала үткәрергә ҡарар иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Ойоштороу комитетының эшен юғары баһаланы, Фольклориаданы артабан да халыҡтар дуҫлығын нығытыу сығанағы итеп күреүен әйтте.
– Беҙгә илдең 80 төбәгенән килгән барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Фольклориаданы асыу тантанаһы 24 июндә 18:00 сәғәттә Совет майҙанында үтәсәк. Быға тиклем «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында Дуҫлыҡ хороводы ойоштороласаҡ. Ул яйлап Ленин урамындағы ҡатнашыусылар парадына күсәсәк. 25 июндә 11 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем “Беренсе Май”, “Дим”, “Тулҡын” һәм Якутов исемендәге парктарҙа тамашасыларҙы Фольклориада коллективтарының һәм солистарының концерт программалары көтә. Өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын байрам майҙансыҡтарына саҡырабыҙ, – тине Фәнүр Шәйхисламов .
Рәсәй Халыҡтары ассамблеяһы һәм Ватанды һаҡлаусылар ойошмалары етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина сығышында шулай уҡ республикала фольклорҙың үҫешен юғары баһалау менән бергә махсус хәрби операция яугирҙәре араһында ла фольклорҙың йәшәп килеүен билдәләне:
– Милли ижад егеттәрҙең рухына яҡшы тәьҫир итә. Үҙҙәре лә йырҙар һәм шиғырҙар ижад итәләр. Был ҙур сара Рәсәй халыҡтары дуҫлығында ҙур роль уйнаясаҡ.
Республикабыҙҙың Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов музей экспонаты ғына түгел, ә мәҙәни дипломатия символына әүерелгән ҡомартҡыны – планетаның төрлө мөйөштәренән килтерелгән тәңкәләрҙән торған башҡорт күкрәксәһен алып килгән.
– Был уникаль эш 2021 йылда VI Бөтә Донъя фольклориадаһы ваҡытында ижад ителә. Төрлө илдәрҙән ҡатнашыусылар үҙҙәре менән тәңкәләр алып килә, шунан уларҙан традицион башҡорт орнаменты эшләнә. Бөгөн был күкрәксә ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе генә түгел, ә халыҡтар берҙәмлегенең ысын символы булып тора, унда аҡса үҙенең утилитар ҡиммәтен юғалта һәм дуҫлыҡ ептәре булып китә, – тине ул сығышында.
Музей етәксеһе 24 июндә, Балалар фольклориадаһы асылған көндә, Милли музейҙа «VI Бөтә Донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асылыуы хаҡында белдерҙе. Күргәҙмә 24 июндән асыла һәм бер нисә ай эшләйәсәк.
Күргәҙмәлә:
ҡатнашыусы илдәрҙән иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар;
киң күләмле ваҡиғаны ойоштороусыларҙың экипировкаһы һәм брендировкаһы элементтары;
«Фольклор олимпиадаһы»ның эмоцияларын һәм ғәйәт ҙур күләмен һүрәтләгән сағыу фотолар.
Байрамға рәхим итегеҙ!
#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура