

III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар башҡорт халыҡ ижады һәм бер-береһе менән таныша.
Әйлән-бәйлән әйләнеп, күңелле таҡмаҡтар йырлап, ата-бабалар уйындарын уйнап, балалар дуҫлаша, бер-береһенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, уйындарын өйрәнә.
Беренсе көндө үк ҡунаҡ балалар башҡорт халыҡ уйындарында ярышты. Тоҡ кейеп йүгереп, арҡан тартыш уйнап, мәж килделәр.
Пост: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат хеҙмәте.

