+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Июня , 07:55

25 июндә III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы Өфө парктарында дауам итә

Бөгөн, 25 июндә, сәғәт 11-ҙән III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы саралары ҡала парктарында бара.  “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе Май” һәм Иван Якутов исемендәге парктар төрлө милләт балаларының сығыштарынан гөрләп тора. Фестиваль программаһы парктарҙа 17 сәғәткә тиклем дауам итә. Уларҙа концерт ҡына түгел, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары ла ойошторола.

25 июндә III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы Өфө парктарында дауам итә25 июндә III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы Өфө парктарында дауам итә
25 июндә III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы Өфө парктарында дауам итә

Бөгөн, 25 июндә, сәғәт 11-ҙән III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы саралары ҡала парктарында бара.  “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе Май” һәм Иван Якутов исемендәге парктар төрлө милләт балаларының сығыштарынан гөрләп тора. Фестиваль программаһы парктарҙа 17 сәғәткә тиклем дауам итә. Уларҙа концерт ҡына түгел, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ уйындары ла ойошторола.

18 сәғәттә Совет майҙанында Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың концерты була. Бер кистә 40-лап милләт вәкиленең йыр-бейеүен күрербеҙ.

Кис 21–22 сәғәттә  –“Ай Йола” концерты! Совет майҙанында  донъяға танылған төркөмөбөҙ сығыш яһай.

Фестиваль һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Видеола – III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар бер-береһен үҙ телендә сәләмләй.

Сығанаҡ: III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһының матбуғат үҙәге.

 

#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас