+17 °С
Облачно
Яңылыҡтар
25 Июня , 07:19

Абҙан йәйге ял лагерында бер көн

Кисә 24 июндә Архангел районы Абҙан мәктәбенең балалар лагерында “Күңелле старттар” үтте. Балалар ике командаға бүленеп йүгерҙе, һикерҙе, ярышты, спорт геройҙары тураһында викторинала ҡатнашты. Һүрәт төшөрөү студияһында спортҡа бағышланған һүрәттәр төшөрҙөләр.

Абҙан йәйге ял лагерында бер көнАбҙан йәйге ял лагерында бер көн
Абҙан йәйге ял лагерында бер көн

Кисә 24 июндә Архангел районы Абҙан мәктәбенең балалар лагерында “Күңелле старттар” үтте. Балалар ике командаға бүленеп йүгерҙе, һикерҙе, ярышты, спорт геройҙары тураһында викторинала ҡатнашты. Һүрәт төшөрөү студияһында спортҡа бағышланған һүрәттәр төшөрҙөләр.

Балаларҙы тағы бер шәп сара көтә ине. Улар райондың Максим Горький ауылына Латыш тарих-мәҙәни үҙәгенә барҙы.  Был сәфәр уларҙы Рәсәй халыҡтарының йолалары һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында ойошторолдо

Үҙәктең төп белгесе Әлфинә Өлфәт ҡыҙы менән китапханасы Людмила Николаевна бик мауыҡтырғыс  экскурсия үткәрҙе. Балалар латыш халҡының тарихы, йолалары, көнкүреше тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белде.

 

Фото һәм мәғлүмәт: Абҙан мәктәбе / ВК.

Абҙан йәйге ял лагерында бер көн
Абҙан йәйге ял лагерында бер көн
Абҙан йәйге ял лагерында бер көн
Абҙан йәйге ял лагерында бер көн
Абҙан йәйге ял лагерында бер көн
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас