

Кисә 25 июндә Совет майҙанында III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы хедлайнерҙарының береһе популяр “Ай Йола” төркөмө сығыш яһаны. Музыканттар журналистар менән дә аралашып өлгөрҙө.
“Беҙ күптән бишек йыры сығарырға хыялланабыҙ, әле эш яҙҙырыу өҫтөндә. Тиҙҙән һеҙ уны ишетерһегеҙ тип ышанам”, – тине Руслан Шәйхетдинов.
Музыканттар әйтеүенсә, уларҙың уңыш сере – ихласлыҡта. Һәр йырҙы артистар “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы буйынса мюзикл менән сағыштырҙы.
“Беҙҙең серебеҙ – йөрәктәребеҙ асыҡлығында. Кешеләр ихласһыҙлыҡты тиҙ һиҙә бит ул. Саф йөрәктән эшләгән һәр эш юл таба. Былтыр беҙ илде арҡырыһына-буйына гиҙеп сыҡтыҡ. Концерттарыбыҙға балалар ҙа, 80 йәште уҙған ҡарттар ҙа килә. Кеше бит ғүмергә бала булып ҡала, йөрәгендә балалыҡты һаҡлай”, – тине музыкант.
Артистар Башҡортостандағы яратҡан урындары тураһында һөйләне. Адель Шәйхетдинова Ирәмәл тауын, Өфөлә Салауат Юлаев баҡсаһын, ундағы аҫылмалы күперҙе ярата. Артистар Салауат Юлаев һәйкәленең ҡайтыуын бик көтөүҙәрен белдерҙе.
Музыканттар балаларға өлкәндәрҙе хөрмәт итеүҙәрен, ата-әсәләрен тыңлауҙарын теләне.
Фото, видео: Валерий Шахов / Бшинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.

