

Өфөгә III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһына килгән балаларға фестивалдең улар өсөн нимә аңлатыуын яҙырға тәҡдим иттеләр. «Дуҫлыҡ» һәм «берҙәмлек» иң йыш осраған һүҙҙәр булды. Улар тиҫтәләрсә телдә яҙылды!
Тағы ла – «яңы танышыуҙар», «уртаҡ яратҡан шөғөллө кешеләрҙең бәйләнеше», «һулыш», «сағыу эмоциялар», «халыҡтар дуҫлығы», «мөмкинлектәр», «тәжрибә», «ҡунаҡсыллыҡ һәм ихласлыҡ», «күңел», «традициялар», «йәшлек» һәм башҡалар.
Бигерәк тә абруйлы ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре күңелдергә үтеп инде. В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова «бәхет» тигән һүҙҙе һайланы. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнур Шәйхисламов «мөхәббәт» тип яҙҙы. Ысынлап та, был көндәрҙә Өфө бәхет һәм мөхәббәт менән тулған!
Фольклориадала ҡатнашыусылар республиканың төп музейын баһаланы «Шәп музей!».
Фото: Эльвера Дәүләтбирҙина.
Сығанаҡ: Башҡортостан Милли музейының матбуғат хеҙмәте.