+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Июня , 18:03

Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осрашты

Бөгөн, 26 июндә, Башҡортостан Башлығының III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осрашҡаны һәм ундағы бер ҡунаҡ малайҙы тыуған көнө менән ҡотлағаны тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был осрашыу тураһында ентеклерәк һөйләмәксебеҙ.

Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осраштыРадий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осрашты
Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осрашты

Бөгөн, 26 июндә, Башҡортостан Башлығының III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары менән осрашҡаны һәм ундағы бер ҡунаҡ малайҙы тыуған көнө менән ҡотлағаны тураһында хәбәр иткәйнек инде. Был осрашыу тураһында ентеклерәк һөйләмәксебеҙ.

Осрашыу “Торатау” конгресс-холында үтте. Радий Хәбиров балаларға Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген нығытыуҙа Фольклориаданың әһәмиәтен  билдәләне.

Беҙ һеҙҙе – шундай сағыу, талантлы, матурҙарҙы – Өфөлә күреүебеҙгә шатбыҙ. Моғайын, беҙҙең республикала Рәсәй ҙең төрлө мөйөштәренән шул тиклем  күп балалар йыйылғаны булмағандыр. Башҡортостан өсөн дә был фестиваль – айырыуса ҙур байрам. Мин беләм, күптәрегеҙҙең аталары махсус хәрби операция зонаһында хәрби заданиелар үтәй. Беҙ бөтә яугирҙарыбыҙҙың еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, – тине төбәк етәксеһе.

Балалар Радий Хәбиров менән ихлас әңгәмәләште. Уның бәләкәй сағында кем булырға хыялланғаны менән ҡыҙыҡһындылар, һөнәрҙе нисек һайлаған, республика Башлығы булыу ҡатмарлымы, ғаиләһенә ваҡыты ҡаламы-юҡмы – бөтәһе тураһында һораштылар.

Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып билдәлелек алған Күмертау малайы Әнүәр Вахитов Радий Хәбировтың кабинетын күрергә хыялланыуы тураһында белдерҙе. Башлыҡ уны Республика Йортона килеп сығырға саҡырҙы.

Курск өлкәһенән Ариадна Шестопалованың сығышы күптәрҙе тетрәндерҙе. Фажиғәле ваҡиғалар арҡаһында ғаиләгә туған Суджа ҡалаһын ташлап китергә тура килә. Уникаль милли  кейемдәрҙе, боронғо музыка ҡоралдарын өйҙә ҡалдырырға мәжбүр булалар. Ошондай ауырлыҡтар ҙа ғаиләнең рухын һындырмай, улар ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә, тыуған яғының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлай. Осрашыуҙа улар кугикла тигән музыка ҡоралында уйнаны. Кугикланы ғаилә башлығы  Евгений Шестопалов яһай.

Һөйләшеү дауам итте. Радий Хәбиров республиканың Фольклориадаға нисек әҙерләнгәне тураһында һөйләне:

– Беҙгә бөтә илдән иң талантлы мең бала килерен белгәс, һеҙгә Башҡортостанда булыуығыҙ тураһында иң йылы иҫтәлектәр бүләк итергә булдыҡ. Һеҙгә бөтә кәрәкле шарттарҙы – уңайлы йәшәү, туҡланыу, экскурсиялар, хәүефһеҙлек тәьмин иттек. Һеҙҙең бында тағы килгегеҙ килһен тип бөтәһен дә эшләнек.

Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә “Урал батыр” эпосының уникаль баҫмаһы бүләк ителде.

– Был китапта – беҙҙең халыҡтың рухы, – тине Радий Хәбиров.

***

Журналистар менән осрашыуҙа төбәк етәксеһе балалар ижад фестивален Башҡортостанда үткәреүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне:

– Беҙҙең өсөн был ҙур ышаныс һәм оло яуаплылыҡ. Һүҙ бит талантлы балалар тураһында бара – улар йырлай, бейей, туған мәҙәниәтенә бирелгән һәм үҙҙәре лә милли традицияларҙы йөрөтөүсе булып т ора. Балалар үҙҙәренең  йөрәгендә Башҡортостандың сатҡыһын алып ҡайтып китер тип ышанам.

Фото: Олег Яровиков.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас