+13 °С
Облачно
Яңылыҡтар
26 Июня , 18:08

Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты

Бөгөн, 26 июнь кисендә,  III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһы булды.  Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған ҙур сарала илдең 80 төбәгенән йыйылған 1000-дән ашыу бала сығыш яһаны.

Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында ҡатнаштыРадий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты
Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты

Бөгөн, 26 июнь кисендә,  III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһы булды.  Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына бағышланған ҙур сарала илдең 80 төбәгенән йыйылған 1000-дән ашыу бала сығыш яһаны.

Башҡортостан Башлығы Фольклориадала ҡатнашыусыларға, уны ойоштороусыларға, балаларҙа халыҡ мәҙәниәтенә эскерһеҙ һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм педагогтарға ихлас рәхмәтен белдерҙе.

– Һеҙ беҙгә иҫ киткес байрам бүләк иттегеҙ һәм беҙҙә ни тиклем сағыу һәм күп төрлө традициялар барлығын, илебеҙҙең ниндәй матур икәнен күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға Фольклориаданы Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәне өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе  еткерәбеҙ.  Был беҙҙең өсөн оло ышаныс. Һәм, әлбиттә, фестивалде үткәрешкән өсөн Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йортона ҙур ррәхмәт. Беҙ бергәләшеп бөтә Рәсәйҙән килгән балалар таланттарын күрһәтһен, яңы дуҫтар тапһын һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләр һаҡлаһын өсөн иң яҡшы шарттарҙы тыуҙырҙыҡ.

Төбәк Башлығы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актеры Айрат Әхмәтшинға “Мәҙәниәттәге һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн” орденын, Фольклориаданы ойоштороуға ҙур өлөш индергән кешеләргә республика наградаларын тапшырҙы.

 Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова фестивалдә ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте.

– Халыҡ мәҙәниәтен һаҡлағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Үҫеп килеүсе быуынды беҙҙең бөйөк Рәсәйҙең ысын патриоттары итеп тәрбиәләгән өсөн педагогтарға һәм ата-әсәләргә рәхмәт. Беҙ Өфөгә сәфәребеҙҙән бик сағыу тәьҫораттар алдыҡ һәм Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа бергәләп рәхмәт әйтәбеҙ, – тине Тамара Пуртова.

Тантана аҙағында Радий Хәбиров һәм Тамара Пуртова йәш таланттарға фестивалдә ҡатнашыусы дипломдары тапшырҙы.

Тантана ZAINETDIN этно-шоуы менән тамамланды.

Фото: Олег Яровиков.

Сығанаҡ: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

#ВсероссийскаяДетскаяФольклориада2026 #ДетскаяФольклориадаБашкортостан #КультурноеНаследие #Этнокультура

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас