

Юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарына инә торған осор етте. Ошо һылтау менән SuperJob ата-әсәләрҙән һорашыу үткәргән.
SuperJob – Рәсәйҙең эш эҙләү, хеҙмәткәрҙәр эҙләү онлайн сервисы.
Һорашыуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙың 13 проценты, ир-аттың 7 проценты, балаһы ни теләһә, шуның менән ризалашасағын белдергән.
Бөтәһенән элек ата-әсәләр балаһының урам һепереүсе йә йыйыштырыусы булыуынан ҡурҡа, производствола эшсе итеп күргеләре килмәй.
- 16% процентҡа полиция хеҙмәткәре һәм чиновник булыуҙары оҡшап етмәҫ ине.
- Балаһының һатыусы йә йыйыштырыусы булыуына 14% ҡаршы.
- 6% балаһын уҡытыусы йә тәрбиәсе итергә теләмәй.
- 5% улдарына хәрби карьера һайлауына ҡаршы булыр ине.
- 6% бухгалтер, медик, блогер, водитель һөнәре һайлауына ризалашмаясаҡ.
- 4% балаһының артист, официант, йөк тейәүсе, курьер булып китеүенә шатлыҡ кисермәйәсәк.
Был турала Башинформ яҙа.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.