+14 °С
Облачно
Яңылыҡтар
29 Июня , 08:52

Китап аҡланы балаларҙы көтә

Өфөнөң 40-сы моделле китапханаһы Китап аҡландары үткәрә. Тәүге осрашыуға балалар яратҡан китаптарын алып килде.

Китап аҡланы балаларҙы көтәКитап аҡланы балаларҙы көтә
Китап аҡланы балаларҙы көтә

Өфөнөң 40-сы моделле китапханаһы Китап аҡландары үткәрә. Тәүге осрашыуға балалар яратҡан китаптарын алып килде.

Китап һөйөүсе Конопелькина Полина һөйкөмлө эте менән килгән! Шелли ҡушаматлы пудель үҙе бер мәрәкә булды.  Ҡысҡырып китап уҡығанда аңлаған кеүек шул тиклем иғтибар менән тыңлап ултырҙы.  

Балалар яратҡан әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡыны. Эттәр тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Иң һуңынан туп уйнанылар, һауа шарҙары сөйөп бер булдылар.

 Шелли ҙа һөнәрҙәрен күрһәтте, хужабикәһенең бойороҡтарын тыңлаусан үтәне.

Китап аҡланы көн дә үтә. Теләгән бер бала үҙе йә дуҫтары менән килә ала.

 

Фото: 40-сы моделле китапхана / ВК.

Китап аҡланы балаларҙы көтә
Китап аҡланы балаларҙы көтә
Китап аҡланы балаларҙы көтә
Китап аҡланы балаларҙы көтә
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас