Республикабыҙҙа бишенсе тапҡыр үткәрелгән «Ер ҡото» төбәк-ара этномәҙәни патриотик фестивале был юлы Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылы эргәһендәге һабантуй аҡланында уҙҙы. Сараға махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре, яугирҙарыбыҙға ярҙам итеүсе ирекмәндәр, район халҡы, күп һанлы ҡунаҡтар йыйылды.
Рухи атайҙар фатихаһынан һуң һүҙ байрамдың абруйлы ҡунаҡтарына һәм проект авторы, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының БР-ҙағы филиалы етәксеһе, республикалағы Халыҡтар дуҫлығы ассамблеяһы рәйесе, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина бирелде. Ул үҙенең сығышында халыҡтың рух ныҡлығына һәм Тыуған илебеҙҙең көсөнә һоҡланыу белдерҙе, МХО ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһенә наградалар тапшырҙы. Шулай уҡ иң әүҙем социаль координаторҙар һәм ирекмәндәр билдәләнде. Махсус операция ветерандарының береһе – заманса инвалид коляскаһы, тағы бер нисә кеше адаптив кейем алды.
– Был – беҙҙең яугирҙар өсөн көс урыны, улар ауыр яралар һәм имгәнеүҙәр менән алғы һыҙыҡтан килгән һәм хәҙер бында Ватаныбыҙҙы тоғро һаҡлай. Улар йәмғиәткә һәм дәүләтебеҙгә ярҙам итә. Бында – һәләк булған геройҙарыбыҙҙың яҡындары һәм хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәрҙең яҡындары. Фестивалдә Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалының юридик һәм медицина десанттары, «Минең бизнесым» үҙәге вәкилдәре консультациялар үткәрәсәк. Шулай уҡ белем биреү майҙансығы һәм ирекмәндәр форумы эшләйәсәк. Һеҙ барығыҙ ҙа көн дауамында уларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, – тине Гөлнур Ҡолһарина.
«Ер ҡото» фестивалендә тиҫтәләгән майҙансыҡ эшләне: үҙ ойошмаһында ҡатнашыусыларға ярҙам саралары буйынса брифинг һәм махсус операция ветерандары өсөн эшҡыуарлыҡ буйынса түңәрәк өҫтәл һәм оҫталыҡ дәрестәре. Яугирҙарыбыҙҙың балаларына һәм ғаиләләренә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, уҡтан атыу, бысаҡ ырғытыу, армреслинг, гер күтәреү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторолдо. «Ғаилә уйындары» бик көсөргәнешле һәм сағыу барҙы. Халыҡ табиптарына ла сират күп булды.
Иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе балалар һабантуйы ине. Малайҙар ауыш бүрәнә аша үтергә, ҡапҡаға туп индерергә, көрәштә еңергә тырышһа, ҡыҙҙар милли күлдәктәрен кейеп “Урал батыр” эпосынан уҙышмаҡтан өҙөк ятлай. Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһынан ҡыҙҙар кейеҙҙән эшләнгән милли кейем элементтарынан дефиле күрһәтте.
Ысын мәғәнәһендә еребеҙҙең ҡотон сағылдырҙы был сара. Милли ихаталар колориты, һый-ниғмәттәр төрлөлөгө еребеҙҙең бәрәкәте һәм халҡыбыҙҙың дуҫлығы, традицияларҙы дауам иттереүҙең сағыу бер өлгөһө булып торҙо. Сараны ойоштороусылар киләсәк быуынға ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, ярҙамсыллыҡ һәм татыулыҡ һабағын ошо сара аша һеңдерҙе, тигәк тә хата булмаҫ. Ил күргәнде күреп, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә һәм берҙәм үткәреү – беҙҙең һүнмәҫ традициябыҙ.