

Үҫә төшкәс, ҡош балалары осорға, оянан ситтә үҙ аллы йәшәргә өйрәнә, ҡанат нығыта. Ә кеше яңғыҙ йәлләүес ҡошсоҡто күреп ҡала ла йән-фарманға ҡотҡара башлай, тотоп өйөнә алып ҡайта. Ҡыр ҡошо өй ҡошо була алмай, ә үҙаллылыҡҡа өйрәнеүен боҙғас, ул артабан ҡайҙа, нисек йәшәһен? Бына шулай изгелек яуызлыҡҡа әйләнә.
“Шуны белеү мөһим: уларға кеше ярҙамы кәрәкмәй. Ата-инәләре һәр саҡ яҡында: улар ҡошсоҡтарын күҙәтә, ашата һәм һаҡлай. Ҡош балаһы һеҙгә яңғыҙҙыр, юғалғандыр булып тойолһа ла, моғайын, өлкән ҡоштар эргәләлер, улар кешенең киткәнен көтәлер. Зинһар, ҡанат нығытыусыларҙы тотмағыҙ, өйөгөҙгә алып ҡайтмағыҙ һәм “ҡотҡарырға” маташмағыҙ”, – ти белгестәр.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.