

Башҡортостан мәктәптәрендә, бөтә илдәге кеүек үк, 2026/27 уҡыу йылының икенсе яртыһынан “Рәсәйҙең рухи-әхләҡи мәҙәниәте” тигән предмет индерелә башлай. Был турала РФ мәғариф министры Сергей Кравцов әйткән.
2026/27 уҡыу йылынан фән 5-се синыфта уҡытыла башлай. Йылына 17 сәғәт өйрәнеләсәк ул.
2027/28 уҡыу йылында яңы предмет 6-сы һәм 7-се синыфтарға (йыл һайын 34-әр сәғәт) индерелә.
2028/29 уҡыу йылында “Рәсәйҙең рухи-әхләҡи мәҙәниәте” предметы 5–9-сы синыфтарҙың бөтәһендә лә уҡытыласаҡ.
Әлеге ваҡытта дәреслектәр әҙерләйҙәр.
Курс илдәге традицион рухи-әхләҡи ҡиммәттәр нигеҙендә уҡыусыларҙың донъяға ҡарашын тәрбиәләйәсәк. Уҡыусылар илдең мәшһүр дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрбиҙәрҙең шулай уҡ МХО батырҙарының тормош һәм хеҙмәт юлы, ҡараштары менән танышасаҡ.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.