

Өфөнөң 93-сө лицейы уҡыусыһы Самира Абдрахманова SCO Young Scientists Camp 2026 халыҡ-ара сараһында ҡатнашасаҡ. Йәштәр 5–20 июлдә Ҡырғыҙстанда Ысыҡкүл буйындағы лагерҙа йәшәйәсәк һәм тикшеренеүҙәр алып барасаҡ.
Халыҡ-ара йәш ғалимдар лагерына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзаһы булған биш дәүләттән 70 кеше һайлап алынған.
Самираның етди ҡаҙаныштары бар: ике йыл рәттән физика һәм астрономия буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы финалына сыҡҡан, астрономия буйынса призер булған. Шулай уҡ физика һәм астрономия буйынса рәсми исемлектәрҙәге бер нисә олимпиаданың дипломына эйә.
Сығанаҡ: Добрые новости Башкортостана / ВК.