+18 °С
Облачно
Яңылыҡтар
3 Июля , 07:44

Уҡыусы ҡыҙға – полиция наградаһы

Өфөлә уҡыусы ҡыҙ бер ҡараҡты тотоша. Уның ҡыйыулығы, тапҡырлығы республика Эске эштәр министрлығының наградаһы менән билдәләнде. Лира Хәбибйәнова быйыл 11-се синыфты тамамлаған. Ә бур тотоу ваҡиғаһы былай була.

Уҡыусы ҡыҙға – полиция наградаһыУҡыусы ҡыҙға – полиция наградаһы
Уҡыусы ҡыҙға – полиция наградаһы

Өфөлә уҡыусы ҡыҙ бер ҡараҡты тотоша. Уның ҡыйыулығы, тапҡырлығы республика Эске эштәр министрлығының наградаһы менән билдәләнде. Лира Хәбибйәнова быйыл 11-се синыфты тамамлаған. Ә бур тотоу ваҡиғаһы былай була.

Полицияға Өфөнөң Ферин урамындағы бер йортта фатирҙан  телевизор менән ике кеҫә телефоны юғалғаны тураһында ғариза килә. Тәфтиш-оператив төркөм асыҡлауынса, фатир хужаһы белер-белмәҫ таныштары менән эскән, шунан ятып йоҡлап киткән, ә ҡунаҡтарының береһе фатирҙы “таҙартҡан”.

Тәртип һаҡсылары шаһиттарҙан һораша. Лира үҙ аллы тикшеренеү башлай. Ул подъездағы видеокүҙәтеү камералары яҙмаларын ҡарап сыға һәм полицияға яҙмаларҙағы шикле әҙәмде күрһәтә. Оперативниктар уның кемлеген  тиҙ асыҡлай. Бур ошо тирәлә йәшәгән, ҡат-ҡат ултырып сыҡҡан 46 йәшлек ир була. Бына шулай итеп, Лира ҡараҡты тотоша.

Фото: БР буйынса ЭЭМ / МАКС / Башинформ.

 

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас