+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
6 Июля , 07:13

“Планета детства” балалар телестудияһы Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған

 Стәрлетамаҡ районынан “Планета детства” балалар телестудияһы Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй “Включайся!” балалар медиафестиваленең “Питчинг” номинацияһында беренсе урын алып ҡайтҡан.

“Планета детства” балалар телестудияһы  Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған“Планета детства” балалар телестудияһы  Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған
“Планета детства” балалар телестудияһы Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған

 Стәрлетамаҡ районынан “Планета детства” балалар телестудияһы Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй “Включайся!” балалар медиафестиваленең “Питчинг” номинацияһында беренсе урын алып ҡайтҡан.

“Питчинг” номинацияһында көс һынашыу фестивалдең  төп ярышы булған. Унда иң көслө 31 балалар медиастудияһы ҡатнашҡан. Өсөнсө урынды – Калуга ҡалаһынан “Клен ТВ”, икенсе урынды – Өфөнөң “Телешко” медиамәктәбенең фанаттар шоуы, беренсе урынды Стәрлетамаҡ районы “Планета детсттва” медиастудияһының “Мам, я сам!” ток-шоуы яулаған!

Бәләкәй репортерҙар Мәскәүҙә федераль каналдарҙа эшләгән  профессионалдарҙан файҙалы оҫталыҡ дәрестәре алған, медиа-эштәрҙе  анализлауҙа ҡатнашҡан,  үҙ проекттарын яҡлаған. Фестиваль балаларҙы яңы идеялар менән байытҡан, артабанғы эштәргә рухландырған.

Фестивалгә илдең төрлө мөйөштәренән 670 ҡатнашыусы килгән. Әлбиттә,  иң булдыҡлылар һәм  талантлылар йыйылған урында еңеү яулауы еңел түгел. Телетапшырыуҙарҙы алып барған балаларға белемле, ҡыйыу, тапҡыр, тәүәккәл,  тырыш, ижадкәр булырға һәм, иң мөһиме, үҙ көсөңә ышанырға кәрәк. Тағы ла командала эшләй белеү, уңғанлыҡ, дәртләнеп тотонған эште аҙағынаса еткерә алыу мөһим. Бына күпме сифаттар кәрәк телетапшырыуҙар эшләү һәм тамашасыға тәҡдим итеү, өҫтәүенә, етди ярышта еңеүсе булыу өсөн.

“Планета детства” студияһына Рәсил Камил улы Фазылов етәкселек итә. Балаларҙың һәр эшен остаздары һәм ата-әсәләре лә күтәрмәләп, уларға таяныс булып тора.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында Стәрлетамаҡ районында “Видное место” тигән яңы туризм урыны асылды. Телестудия репортерҙары был шәп саранан ситтә ҡалманы һәм республика етәксеһенән дә, шулай уҡ туризм министры Светлана Верещагинанан да  интервью алып өлгөрҙө.

Фото: “Планета детства” / ВК.

“Планета детства” балалар телестудияһы  Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған
“Планета детства” балалар телестудияһы  Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған
“Планета детства” балалар телестудияһы  Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған
“Планета детства” балалар телестудияһы Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеү яулаған
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас