+20 °С
Облачно
Яңылыҡтар
8 Июля , 10:44

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге

Мин һеҙҙе ҙур ғаиләбеҙ менән таныштырырға теләйем.

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге

Мин һеҙҙе ҙур ғаиләбеҙ менән таныштырырға теләйем.

Әсәйем Әминә Сайпирова «Росток» фән, инновациялар һәм ижад үҙәгендә педагог-ойоштороусы булып эшләй. Ул яғымлы, изге күңелле. Беҙҙе тәмле аштары менән һыйлай, матур гөлдәр үҫтерә, спорт ярата.

Атайым Азиз Сайпиров «Промстрой» ЯСЙ-һында вахта ысулы менән эшләй. Ул гитарала уйнай, төрлө халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡара. Атайым өйҙә саҡта беҙгә бик күңелле, ғаиләбеҙ менән тәбиғәткә сығабыҙ, паркта ял итәбеҙ.

Иң ҙур апайымдың исеме – Самина, уға 21 йәш. Ул мәктәпте тамамлағас колледжға уҡырға инде. Уҡыуын тамамлағандан һуң һалым хеҙмәтендә эшләй башланы. Бөгөнгө көндә ул, эшен уҡыуы менән уңышлы берләштереп, университетта ситтән тороп белем ала.

Ағайым Искәндәргә 14 йәш, ул 7-се синыфты тамамланы. Спорт менән әүҙем шөғөлләнә, айырыуса йөҙөүҙе һәм саңғы спортын ярата. Спорт уға маҡсатлы, тәртипле һәм көслө рухлы булып үҫергә ярҙам итә.

Мин – Ләйсән, миңә 12 йәш, 5-се синыфты «бишле» билдәләренә генә тамамланым. Мин төрлө конкурстарҙа һәм мәктәп сараларында әүҙем ҡатнашам, шулай уҡ саңғы спортын яратам, ярыштарҙа гел призлы урындар алам.

Һеңлем Мәрйәм быйыл балалар баҡсаһын тамамланы һәм көҙгөһөн 1-се синыфҡа уҡырға барасаҡ. Ул һүрәт төшөрөргә бик ярата, ижади һәләтен үҫтерә һәм донъяны ҡыҙыҡһынып өйрәнә.

Иң бәләкәй һеңлем Ғәйшә әле балалар баҡсаһына йөрөй.  Ул ҡыҙыҡһыныусан, теремек булып үҫеп килә һәм үҙенең тәүге уңыштары менән бөтә ғаиләбеҙҙе һөйөндөрә.

Беҙҙең һәр беребеҙ үҙенсәлекле, әммә барыбыҙҙы ла атай-әсәйебеҙҙең һөйөүе, хәстәрлеге һәм тәрбиәһе берләштерә.

Биш бала тәрбиәләү – ҙур яуаплылыҡ һәм көн һайын ҙур хеҙмәт талап иткән изге бурыс. Барлыҡ ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, әсәйебеҙ ғаиләлә мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу һәм хәстәрлелек мөхитен булдыра алды.

Күптән түгел әсәйемде "Әсәлек даны" миҙалы менән бүләкләнеләр. Әсәйебеҙ беҙҙең өсөн һәр ваҡыт көс, һөйөү һәм ғаилә именлегенең сағыу өлгөһө булып ҡала.

Атай-әсәйебеҙҙең сабырлығы, аҡыллылығы һәм ғаиләбеҙгә тоғролоғо арҡаһында беҙ, балалар, изге күңелле, хеҙмәт һөйөүсән һәм маҡсаттарыбыҙға ынтылыусан булып үҫәбеҙ.

 

САЙПИРОВА Ләйсән,

Рауил Бикбаев исемендәге

102-се башҡopт гимназияһының

5-се "А" синыфы уҡыусыһы.

8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге
8 ИЮЛЬ – ҒАИЛӘ, МӨХӘББӘТ ҺӘМ ТОҒРОЛОҠ КӨНӨ. Әсә йөрәге – ғаилә терәге
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас