

Башҡортостандың йәмәғәт эшмәкәре һәм блогер, Дуҫлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждан йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев 2015 йылда армияла сағында Омскиҙа казарма емерелеү сәбәпле 7 сәғәт емереклектәр аҫтында ята. Иң һуңғы уны табалар. Аяҡтарына ампутация эшләргә тура килә, әммә ул төшөнкөлөккә бирелмәй, тормошонда юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәй һәм параальпинизм менән шөғөлләнә башлай.
2020 йылда Рөстәм Нәбиев Эльбрусты яулай, ә май айында Эверест түбәһенә үрләй. Ошо көндәрҙә республика башлығы Радий Хәбиров йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Рөстәм Илгиз улына Миңлеғәле Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
Тауҙарға менеүгә нимә рухландырыуы менән ҡыҙыҡһынды журналистар.
– Мин был тормошта үҙемдән һуң йәшәрлек һәм балаларым ғорурланырлыҡ эштәр ҡалдырғым килә. Башҡа кешеләр тотонмаған маҡсаттарҙы атҡарып сыҡҡым килә. Тауҙарға үрләр өсөн дә алдан физик күнекмәләр үтәм, мораль яҡтан үҙемде һәм ғаиләмде әҙерләйем. Ҡыҙҙарымды Торатауға мендерҙем. Улар тауҙарға нисек менергә, ҡуйған маҡсаттарға нисек ирешергә кәрәк икәнен аңлап, тойоп үҫәләр. Юғары нөктәләргә үрләп етеү берҙән-бер бурыс түгел, әлбиттә, төшөргә лә көс ҡалдырырға кәрәк, сөнки альпинистарҙың байтағы кире төшкәндә һәләк булып ҡала. Тимәк, һәр бер ҡуйған маҡсатҡа барып етеү менән бер рәттән, шул маҡсатҡа ирешкәс, артабан нисек йәшәргә икәнен дә уйлап эш итеү урынлы, – ти Рөстәм Илгиз улы.
Бала сағынан тормош һынауҙарын үткән Рөстәм Нәбиев үҙе кеүек аяҡһыҙ ҡалған яугирҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү юлдарын эҙләй.
– Башымдан үткәс, шуны беләм: госпиталдән госпиталгә йөрөү ҡайһы саҡта өмөттө һүндерә, башта күңелһеҙ уйҙар тыуа. Тормоштоң ысынбарлығы – ҡапыл инвалидҡа әйләнеү төрлө кешелә төрлөсә эҙ ҡалдыра. Госпиталдә психологтар бар, әлбиттә, тик уларҙың да төрлөһө була. Шуға яугирҙәребеҙ эргәһенә барғас, уларға минең ярҙамым тейеүе бар, тип ышанып аралашам. Кеше үҙенең янында, уның кеүек хәлде кисереп,тормошта үҙен тапҡан кешене күрһә, уға хыялдарына ышаныуы еңелерәк буласаҡ. Мин уларҙы аңлайым һәм үрнәк була алыуым бар, – тип өмөтләнә йәмәғәт эшмәкәре.
Һәр континенттың ете иң юғары нөктәһе бар. Рөстәм Нәбиев әлегә шуларҙың дүртеһендә булған. Киләсәктә башҡаларына ла менеп етеү мөмкинселеге булыр, бәлки, тип уйлай ул. Шулай уҡ космосҡа осоу тураһында ла хыялы бар:
– «Роскосмос» менән бәйләнеш булдырылды. Әгәр турист булараҡ ҡына түгел, ә космонавт булараҡ осоу бәхете тейһә, мин, әлбиттә, шат булыр инем. Тик организмдың үҙен нисек тотоуы тураһында ла уйларға кәрәк.
Республикабыҙҙың ғорурлығы Рөстәм Нәбиевҡа киләһе бейеклектәренә үрләргә көс һәм стимул, изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.