

Малайҙар ауыл урамы буйлап сәпиттәрҙә елдергән. Туҡтағас, береһе, башланғыс синыфтар уҡыусыһы, ни рәүешлелер, аяғын педаль менән рам араһына ҡыҫтырған. Тегеләй ҙә итеп ҡарай, былай ҙа – аяҡ сыҡмай.
Үткенселәр туҡтап, баланың хәлен күреп, ашығыс ярҙам машинаһы менән ҡотҡарыусыларҙы саҡырғандар.
Велосипедты боҙмай ғына аяҡты сығарып булмағас, ҡотҡарыусылар педалде төбөнән болгарка менән киҫергә була. Болгарка осҡондары малайға төшмәһен өсөн уның әсәһе йүгертеп килтергән одеялды өҫтөнә ябалар.
Аяҡты сығарғас, малайҙы медиктар тикшереүгә алған.
Бына шулай. Өфө районы Михайловка ауылындағы хәл ҡабатланмаһын өсөн велосипед менән эш иткәндә алабарман булмағыҙ.
Фото: скриншот / МЧС-тың БР буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте видеояҙмаһы.

