+19 °С
Облачно
Яңылыҡтар
10 Июля , 08:57

Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө

Ҡалтасы районы Калегин мәҙәниәт йортонда Уң яҡ мейе менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.

Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙөҠалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө

Ҡалтасы районы Калегин мәҙәниәт йортонда Уң яҡ мейе менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткән.

Балалар сәскәләр төшөргән. Улар шул тиклем мауығып эшләгән, һәр береһе һүрәтенә иң йылы хис-тойғоларын өҫтәгән, ҡағыҙҡа сағыу гуашь төҫтәре  яғылған.

Балаларҙың нисек эшләгәнен һушым китеп ҡарап торҙом.  Бер сәғәт эсендә ҡылҡәләмдәр шундай тәрән һәм тере гөлләмәләр төшөрөп ҡуйҙы! Бер кем дә күршеһенән күсерергә уйламаны ла. Уң яҡ мейе менән һүрәт төшөрөү шуныһы менән яҡшы:  ул эске тәнҡитсене һүндерә.  Һәр кем сәскәне тик үҙенсә төшөрҙө,  уны шунда уҡ әсәләренә һәм өләсәләренә бүләк итергә булдылар. Бөгөн хис-тойғолар ташҡын булып урғылды!” – ти мәҙәниәт хеҙмәткәре Елена Балобанова “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә “Пушкин картаһы” программаһы буйынса үткән сара тураһында һөйләгәндә.

Сығанаҡ: Ҡалтасы район хакимиәте.

***

Нимә ул уң яҡ мейе менән һүрәт төшөрөү?

Уң яҡ мейе менән һүрәт төшөрөү, һул яҡ мейене “һүндереп” тороп, уң яғын эшкә ҡушыуҙан тора.

Мейенең һул яғы логик, аналитик фекерләү менән булыша, ҡағиҙәләр буйынса йәшәй, ә һул яғы образдар, хис-тойғолар, интуиция, ижад донъяһы, ҡабул итеү бөтөнлөгө өсөн яуаплы.

1970-се йылдарҙа Америкала сәнғәт уҡытыусыһы Бетти Эдвардс, мейе яртыларының үҙенсәлегенә таянып, Л-режим (логика) һәм П-режим (образ) тигән төшөнсәләр индерә.

Әүәлдән ҡабул ителгән ҡағиҙәләргә ярашлы, рәссам тәүҙә анализ яһай: композиция төҙөй, үлсәмдәрҙе эшләй, яҡтылыҡ-күләгә нисбәттәрен билдәләй. Ҡыҫҡаһы, Л-режимда эшләй.

Ә уң мейе менән һүрәт төшөрөү ысулын ҡулланғанда рәссам план ҡороу менән мәшәҡәтләнеп тормай, ҡағиҙәләр, ҡанундарҙы иҫенә лә алмай. Мәҫәлән, алма түңәрәк йә ай һары төҫтә була тигән ҡағиҙә уның өсөн юҡ. Уға тормошта ҡабул ителгән дөрөҫлөк түгел, ә мәлендә нимә тоя – шул мөһим. Ул эсендә ултырған тәнҡитсене ишетмәй.  

Мәҫәлән, рәссам алма төшөрә ти. Классик ҡағиҙә буйынса эш түңәрәк һыҙып, яҡтылыҡ-күләгә төшөрөүҙән башланһа, уң мейе эш иткәндә алманың һутлы ҡыҙыл төҫөн буяуҙан башланыуы ихтимал.

Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Ҡалтасы районы балалары үҙенсәлекле һүрәт төшөрҙө
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас