

Рушана Ғилманова еләк бәлеше бешергә өйрәтә. Әйҙәгеҙ бергәләп йәйге көнөбөҙҙө тәмле итәйек!
Кәрәк була:
он,
2 аш ҡалағы ҡаймаҡ,
1 стакан һөт,
1 йомортҡа,
сода,
тәменсә тоҙ,
эслек өсөн ер еләге,
шәкәр ҡомо.
Бер стакан һөткә ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер йомортҡа, сода, тоҙ һалып, йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, өҫтөнә ер еләге һалабыҙ, шәкәр ҡомо һибәбеҙ, ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплап, духовкаға ҡуябыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: Ғилманова Рушана.