

Балалар араһында һимеҙлек осраҡтары йышайған. Республикала үткәрелгән эпидемиологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, уҡыусыларҙың 12,2 процентының ауырлығы норманан юғары, ә 8,2 процентында һимереү булыуы асыҡланған.
Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2026–2030 йылдарға балалар һимеҙлеге менән көрәш программаһын төҙөгән. Программа буйынса фекер алышыу ойошторолған, унда һәр кем ҡатнаша ала. Документ министрлыҡтың сайтына эленгән.
Программала Республика клиник дауаханаһында һимеҙлектән дауалау кабинеты асыу, ауыр сирлеләрҙең исемлеген төҙөү, мәктәптә тәнәфестәрҙә етеҙ уйындар ойоштороу, балаларҙы әүҙем хәрәкәтләндереү, мәктәп буфеттарында зарарлы ризыҡты һатыуҙы сикләү, лекциялар үткәреү ҡарала.
Һүрәт: brgfx / Magnific