+16 °С
Дождь
Яңылыҡтар
13 Июля , 07:31

Байназарға рәссамдар йыйылды

6–17 июлдә Бөрйән районы Байназар ауылында Башҡортостандан һәм  Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән күренекле рәссамдарҙың пленэры  бара.

Байназарға рәссамдар йыйылдыБайназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды

6–17 июлдә Бөрйән районы Байназар ауылында Башҡортостандан һәм  Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән күренекле рәссамдарҙың пленэры  бара.
Сараны БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецов исемендәге 1-се Өфө балалар сәнғәт мәктәбе ойошторған. Уны үҙендә үткәреүгә ғариза биргән Байназар мәктәбе ыңғай яуап алған. Плэнер Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үтә.
Байназарға Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Дондағы Ростовһәм башҡа яҡтарҙан һүрәт төшөрөү оҫталары килгән.
Йәй гүзәллектәре, Бөрйәндең йәмле тәбиғәте менән илһамланған рәссамдар бик ҙур ихласлыҡ менән эшләй. Асыҡ һауала ижад итергә өйрәтергә килгән 22  ҡунаҡ араһында художество мәктәптәре, колледждар, институт уҡытыусылары ла бар.

Тәьҫораттарҙы бүлешеп, аңлатып бөтөрлөк түгел. Урын  шул тиклем ғәжәпләнерлек, бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, – ти БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Алексей Кузнецов исемендәге мәктәп уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре рәссам Рәмил Хәйрулла улы Мостаев.Пленэрҙың төп маҡсаты — рәсем төшөрөргә өйрәтеү генә түгел, ә йәштәргә әйләнә-тирәләге матурлыҡты күрергә, үҙ ереңде яратырға һәм ошоно ижад аша тапшырырға ярҙам итеү, төрлө яҡтан үҫешкән, киң эрудициялы, һәләтле, илһөйәрлек хисе менән янған бала тәрбиәләү, төбәктә йәшәүселәрҙең рухын байытыу, куңелдәрендә яҡтылыҡ уятыу. Темаһын Бөрйән тәбиғәтен һүрәтләүгә, пейзаждар эшләүгә, ерле халыҡтың портреттарын төшөрөүгә бағышланыҡ.
Байназар мәктәбенең интернатына килеп урынлаштыҡ. Мәктәп директоры  Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев етәкселегендә мәктәптә беҙҙе яҡты йөҙ, йылы һүҙ, яҡшы уңайлыҡтар менән ҡаршы алдылар. Бик
ҡәнәғәтбеҙ.

Пленэрға яҡын-тирә ауылдарҙан дә балалар килде. Һынлы сәнғәт уҡытыусылары ҡәләм һәм ҡылҡәләмдәр менән эш итеүҙең серҙәрен асты, уҡыусыларға буласаҡ рәсемдәрен күҙалларға өйрәтте,  оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Остаздар етәкселеге аҫтында балалар,  халыҡ һынлы сәнғәтенең төрлө техникаһын ҡулланып, тыуған ерҙәрен ҡағыҙ битендә һүрәтләне.

Пленэр тамамланыуға табан бара.
Рәссамдар бер нисә көн рәттән Байназар ауылында башҡорт халҡының көнкүреше менән дә киңерәк таныша. Ерле халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ла көндән-көн арта бара. Рәссамдар тәжрибә уртаҡлаша, асыҡ һауала бергә ижад итеп, аралашып, сәнғәттең был төрөнә яңы идеялар өҫтәй.
Ҡылҡәләм оҫталары тәбиғәттең, ерле халыҡтың асылын яңыса һүрәтләргә тырыша. Ошо ижади пленэрҙа яҙылған портреттар, пейзаждар, күргәҙмәләргә ҡуйылып, тарихыбыҙҙа онотолмаҫ эҙ ҡалдырыр.

Пленэрҙа  ҡатнашыусыларға сертификаттар, айырыуса әүҙем ҡатнашҡандарға пленэрҙың дипломдары тапшырыласаҡ.

16 июль көнө 14 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем Байназар ауылы мәҙәниәт йортонда пленэр күргәҙмәһе эшләйәсәк. Күргәҙмә тамашасыларын көтәсәк. Һеҙҙе көтәбеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Сәйҙә СӘЙӘХОВА,

Бөрйән районы Байназар ауылы.

 

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb   

Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Байназарға рәссамдар йыйылды
Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас