+17 °С
Дождь
Яңылыҡтар
14 Июля , 08:54

Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотма

Был көндәрҙә урыны-урыны менән йәшен йәшнәүе, ҡойма ямғырҙар, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә, тинеләр. Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен белеп ҡуйығыҙ:

Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотмаЙәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотма
Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен онотма

Был көндәрҙә урыны-урыны менән йәшен йәшнәүе, ҡойма ямғырҙар, боҙборсаҡ яуыуы көтөлә, тинеләр. Йәшендән һаҡланыу ҡағиҙәләрен белеп ҡуйығыҙ:

 

- өйҙә булһағыҙ, ишек-тәҙрәләрҙе ябығыҙ, электр приборҙарын розетканан алығыҙ, өй телефонын ҡулланмағыҙ;

- урамда саҡта яңғыҙ ағастар төбөнә, бейек металл ҡоролмалар тирәһенә, автобус туҡталыштарына йәшенмәгеҙ;

- машинала саҡта ағастарҙан арыраҡ юл ситенә туҡталып, тәҙрәләрҙе ябып, антеннаны төшөрөп ултырыу хәүефһеҙерәк булыр;

- һыуҙа булһағыҙ, тиҙерәк сығып, ярҙан алыҫыраҡ китегеҙ, һыу токты бик яҡшы үткәрә;

- урманда булһағыҙ, ҡуйы япраҡлы тәпәш ағастар тирәһендә йәшенеп була.

Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм номеры – 112.

 

Фото: Ләйлә Аралбаева / Башинформ.

***

“Аманат” – MAКС-та  max.ru/amanatrb   

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас